Ергә оҙон сират

Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр ер участкаларына сират ҙурлығына зарлана. Башҡортостан Башлығына Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамында йәшәүсе күп балалы ғаиләләрҙең һорауы - төҙөлөш өсөн ер бүлеүҙе тиҙләтеү мәсьләһенә ҡағыла.

Фото №1 - Ергә оҙон сират

Маргарита Шаһиева өс бала әсәһе. Ер һәм мөлкәт мәнәсәбәттәре министрлығында ер участкаһы алыу өсөн 72-cе булып сиратта тора. Әлеге ваҡытта унан алда торған 15 ғаиләгә ер бүленгән, сираты 57-cе урынға күскән. Ҡала хакимиәтендә лә ер өсөн ҙур сират көтөргә кәрәк. Бындай темп менән барһа, ер участкаһына хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына эйә булырбыҙмы, ти, күп бала тәрбиәләүсе әсә.

”.

Маргарита Шаһиева, күп балалы әсә) “Ике сиратта торам: береһе ҡалала (3115-се урында), икенсеһе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында (57-се урында

Шаһиевтар ун йәшлек Арина, ете йәшлек Арсен һәм өс йәшлек Аделина менән ата-әсәләре фатирында йәшәй. Күп балалы ғаиләгә ер участкаһы тиҙерәк бүленһә, улар балаларын хеҙмәткә өйрәтеп, үҙаллы тормош башлар ине. Хаҡлы ялдағы ата-әсәһе балаларҙы бик ярата, тәрбиәләшергә ярҙам ҡулы һуҙып тора, әммә өлкән йәштәге кешеләргә лә ҡартайған көндә тыныслыҡ кәрәк, ти өс бала әсәһе Маргарита Шаһиева.

Ер участкалары алырға сиратта тороусы әсәләрҙең ҡулында ҡала хакимиәтенең ер ресурстары идаралығынан алынған хат ҡына. "Беҙгә ер бүлеү мәсьәләһен тиҙләтәсәкбеҙ" тип бер кем дә вәғәҙәләмәй, беҙ йәш, көслө ваҡытта үҙебеҙгә тәғәйен ер участкаларын рәсмиләштереп, йорт һалырға теләк ҙур, тиҙәр. Вера Мөхәмәдисламова 2013 йылдан сиратҡа баҫҡан, йыл эсендә сират ни бары 19 кешегә генә кәмегән. Өлкән йәштәге ата-әсәләре һәм бала-сағалары менән бергә ғүмер итеүселәр, әлеге тепм менән барып, йылына 15-20 ғаиләгә генә ер участкалары бүленһә, беҙҙең хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ерле булыу ихтималлығы бар.

“Ауыр, ҡыйыныраҡ. Балалар атай-әсәйемә ҡамасаулай. Ирем менән 36 йәштәбеҙ. Әле йорт төҙөргә көсөбөҙ бар. Тиҙерәк ер бирһендәр ине”.

Гөлнара Хәйруллина, күп бала тәрбиәләүсе әсә

Өс һәм унан да күберәк балалары булған, тәрбиәгә бала алған, инвалид балалары булған ғаиләләр бушлай ер участкалары алыу хоҡуғына эйә. Әлеге ваҡытта төбәктә күмәк бала тәрбиәләгән 6705 ғаилә ер алыу өсөн сиратта тора. 23 ер участкаһы ғына бүленгән, ҡалғандарға ҡасан бүленере билдәһеҙ. Ер бүлеү мәсьәләһендә ҡатмарлыҡтар муниципалитеттарҙа ер биләмәләренең етерлек булмауы менән аңлатыла.

“Ни өсөн үрҙә әйтелгән кешеләргә шәхси милеккә ер участкаһы биреү процедураһы яйлатылған? Сөнки Өфө территорияһында шәхси торлаҡҡа өлгәшер өсөн ер участкалары юҡ. Шуға күрә әлеге ваҡытта Благовещен, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы район хакимиәттәре менән берлектә юл картаһы төҙөлгән. Ошо картаға ярашлы, күп балалы ғаиләләргә ошо территорияларҙа ер биреләсәк”.

Нәйлә Заһитова, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат бүлеге хеҙмәткәре
Башбат

Төбәктә илле меңгә яҡын ғаилә өс һәм унан да артыҡ бәлиғ булмаған бала тәрбиәләй. Туҡһан проценттан ашыу ғаиләләр ер учаскаларына ғариза яҙған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселек өлөшө ҡалала йәшәүселәр. Өфөлә генә улар 6700 тирәһе.

Күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бүленәсәк ерҙәргә ихтыяж ҙур. Ерҙәр етешмәй. Әлеге ваҡытта райондарҙа ерҙәрҙең межалау эштәре планлаштырыла. Был эш ни тиклем ойошҡан рүештә башҡарылһа, сираттар ҙа кәмейәсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ