Бер быуат элек Владимир Ленин "Ут менән көрәшеү буйынса дәүләт сараларын ойоштороу тураһында"ғы халыҡ комиссарҙары советы декретына ҡуй ҡуйған. Ошо көндән алып илдәге янғын һағының тарихы башлана.
Иҫке йола буйынса тармаҡ ветерандары йыл һайын апрелдә һөнәри байрамы билдәләй. Быйыл да улар юбилей уңайынан Өфөлә үткән тантаналы йыйылыштың төп ҡунаҡтары булды.
1990 йылдың авгусында Өфөнөң "Синтезспирт" заводында көслө янғын сыға. Ҡыҙыу ялҡын бер кемде лә эргәһенә ебәрмәй. Шуға ҡарамаҫтан ут менән көрәшеүселәр ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй. Әммә зыян күреүселәр ҙә күп була. Химик мәтдәләрҙән 150-нән ашыу хеҙмәткәр ағыулана.
Ул ваҡытта бөгөнгө кеүек ҡеүәтәле янғын һүндереү техникалары булмай. Әлеге ваҡытта хәүефһеҙлек һағында тороусылар заманса ҡорамалдар менән эш итә. Улар Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда урын алды. Мәҫәлән, юғары ҡаттарҙа сыҡҡан янғынды һүндереүҙә ошо техника алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Уның 60 метрға тиклем бейеклеккә күтәрелеү мөмкинлеге бар.
Тантаналы йыйылышта айырыуса ҡаҙанышҡа өлгәшеүсе хеҙмәткәрҙәр дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Герой-балалар ҙа тәбрикләнде. Шуларҙың береһе Ишембай районынан Ирек Үмәрбаев. Былтыр ул ут эсенән күршелә йәшәүсе ҡатынды ҡотҡарған.
Тағы ла бер наградаға Бәләбәйҙән 8 йәшлек Фәдис Сәлимгәрәев лайыҡ булды. Икенсе синыф уҡыусыһы быйыл ғинуарҙа мәкегә төшкән дуҫын ҡотҡарған. Күрһәткән батырлығы өсөн малай "Һыуҙа батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.
Осрашыуға Советтар Союзы геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ҡыҙы ла саҡырылғайны. Уның атаһы ваҡытында Хәйбулла районында янғын инспекторы булып эшләгән. Уның тураһында төшөрөлгән фильм янғын һүндереүселәрҙең хәүефле, шул уҡ ваҡытта кәрәкле хеҙмәтенә тағы ла бер тапҡыр хөрмәт уятты.




