Премьераға тиклем бер көн ҡалды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының репертуары Мостай Кәримдең "Прометей" спектакле менән тулыланды. Сәхнә әҫәрен ҡабаттан тергеҙеүсе ҡуйыусы-режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев. Яңы сәхнә әҫәре нимәһе менән үҙенсәлекле?
Иҫәпһеҙ репетициялар артта. Бөгөн актерҙар сәхнә әҫәрен хеҙмәттәштәре һәм журналистарға тәҡдим итте. Уның һуңында тамаша буйынса фекер алышыу ойошторолдо.
Мостай Кәримдең "Ташлама утты, Прометей" әҫәренә театрҙың икенсегә мөрәжәғәт итеүе. Тәүге тапҡыр ул уҙған быуаттың 70-се йылдарында сәхнәләштерелгән. Ул саҡта режиссер авторҙың тексынан ситкә тайпылмай сәхнәгә сығарһа, бөгөн ул бөтөнләй икенсе юҫыҡта ижад ителгән. Заманса стиль алған.
Сәхнә биҙәлеше ябай, әммә ҡатмарлы эшләнгән. Ул яҡтыртыу ҡорамалдарының, актёр костюмдарынын сағыулығы менән алдыра.
Төп ролдә йәш актерҙарҙың береһе Азат Вәлитов уйнай. Образды асыу уға еңелдән бирелмәгән.
"Ташлама утты, Прометей" трагедияһы "Ай тотолған төндә", "Салауат" трагедиялары менән берлектәге трилогияның аҙаҡҡы әҫәре. Уларҙы бер идея берләштерә, азатлыҡ һәм рухи иреклек.
Премьера 20-21 апрельға билдәләнгән. Театрҙың Мостай Кәрим әҫәренә мөрәжәғәт итеүе осраҡлы түгел, спектакль әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.




