Өфөлә йәшәүсе ҡатын 20 ҡап балалар аҙығын урлаған

Сипайлово биҫтәһендә балалар аҙығын урлап тотолған ҡатын ҡулға алына. Зыян күләме 15 мең һумдан артып китә.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе ҡатын 20 ҡап балалар аҙығын урлаған

БР-ҙың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 19 йәшлек ҡатын магазиндан балалар аҙығын урлап алып сыға. Урланған тауарҙарҙы урамдағыларға һата, ә килгән аҡсаны үҙ ихтыяжына ҡуллана.

Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ғәйепләнеүсе сығып китмәҫкә яҙма йөкләмә биргән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ