Башҡалала йәшәүселәрҙе белорус тауарҙары йәрминкәһенә саҡырылар. Сара 20 апрелдән 1 майға тиклем үтә.
Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, йәрминкәлә халыҡҡа ит продукциялары, тәм-томдар, текстиль, косметика һәм аяҡ кейемдәре тауарҙары тәҡдим ителәсәк. Йәрминкә Орджоникидзе исемендәге майҙанда ойошторола.
Сауҙа сәғәт ундан киске алтыға тиклем эшләй. Өфө халҡын йәрминкәлә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Фото: Интернет




