Мәғариф министрлығы тантаналы сараларҙың үткәрелеү ваҡытының яҡынса көндәрен билдәләне. Туғыҙынсы синыф уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестарын тапшырыу көнөн урындағы муниципалитет үҙе хәл итә.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы туғыҙынсы класс өсөн 24 май, ә ун беренселәр өсөн-25 май көнө үтә. 23 июнь көнө 11 синыф өсөн тантаналы рәүештә аттестат тапшырасаҡтар. Аттестаттарҙы тапшырыу көнөн, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ҡабаттан тапшырыуҙы күҙ уңында тотоп, билдәләйҙәр.
Урындағы үҙидаралыҡ органдары етәкселәрен уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һорала.
Фото: Интернет




