Йоматау урамдары буйлап дөйәғош сәфәр ҡыла

Йоматауҙа урам буйлап йөрөгән дөйәғошто фотоһүрәткә төшөрөп алғандар.

Фото №1 - Йоматау урамдары буйлап дөйәғош сәфәр ҡыла

Ике метр оҙонлоғондағы ҡошто фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалғандар. Фото авторы хәбәр итеүенсә, тәүҙә ҡош тыҡрыҡ буйлап йөрөгән, бер аҙҙан уны эттәр өркөткән.

«Ҡош янында хужаһы юҡ ине, хужалыҡта аҫраламы йә берәй ерҙән ҡасҡанмы, билдәһеҙ. Күренеүенсә, кешеләрҙән бер ҙә ҡурмай», - тип хәбәр итә фото авторы.

Социаль селтәр менән ҡулланыусылар, ҡош урындағы дөйәғош фермаһынан сығып ҡасҡан, тип фаразлайҙар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ