Нефтекамала йәшәүсе оҫта боронғо шөғөлдө тергеҙә

Нефтекамала йәшәүсе ир урыҫ халҡының боронғо шөғөлдө-тал сыбығынан төрлө әйберҙәр үреүҙе тергеҙә.

Фото №1 - Нефтекамала йәшәүсе оҫта боронғо шөғөлдө тергеҙә

Диспетчер булып эшләүсе Зиннур Мағазов был шөғөл менән дүрт йыл элек ҡыҙыҡһына башлай.

Фото №2 - Нефтекамала йәшәүсе оҫта боронғо шөғөлдө тергеҙә

Зиннур Муллахан улының ейәнсәре тыуғас, ул үҙ ҡулдарын менән сәңгелдәк эшләргә була. Ябай ғына сәңгелдәк түгел, ә тал сыбығынан. Бынан тыш, оҫта тал сыбыҡтары яраҙмында төрлө вазалар, кәрзиндәр, бәүелгестәр, ултырғыс-өҫтәлдәр, балалар өсөн бәүелгес-аттар һәм башҡа әйберҙәр үрә.

Фото №3 - Нефтекамала йәшәүсе оҫта боронғо шөғөлдө тергеҙә

Зиннур Мағазов билдәләүенсә, тал сығынан әйберҙәр үрергә ул интернет селтәренән ҡарап өйрәнә. Әлеге ваҡытта ул социаль селтәрҙәрҙә ошондай уҡ шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусы оҫталар менән аралашып йәшәй.

Был шөғөл оҫтаның үҙенә генә түгел, ә башҡа кешеләргә лә ҙур ҡыуаныс килтерә, тип белдерҙе Зиннур Мағазов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ