Өфөлә буласаҡ әсәләр өсөн бушлай семинар уҙасаҡ

27 апрель йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү үҙәге буласаҡ әсәләр һәм бала ҡарау буйынса декрет ялындағылар өсөн бушлай семинар ойоштора. Сара Республика медицина-генетика үҙәгендә 15.00 сәғәттә башлана.

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, семинарҙа ҡатнашыусылар декрет ялы осорондағы ташламалар хаҡында мәғлүмәт аласаҡ, шулай уҡ йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙы дөрөҫ итеп һанап сығарырға өйрәнәсәктәр. Бынан тыш, баланы имеҙеү һәм сабыйҙың һаулығы тураһынса мәғлүмәт менән балалар табибының, психологтарҙың сығышы көтөлә.

Сарала ҡатнашыу өсөн исем-шәрифеңде, телефон номерыңды һәм электрон адресыңды күрһәтеп, алдан яҙылыу мөһим. Заявкаларҙы«ДЕКРЕТ & КАРЬЕРА» билдәһе менән cszm@mail.ru электрон адресҡа ебәрергә кәрәк.

Бынан тыш, Бынан тыш, һылтанма буйынса теркәлеү мөһим. Тулыраҡ мәғлүмәтте 2790656 телефон һандары буйынса белергә мөмкин. буйынса теркәлеү мөһим. Тулыраҡ мәғлүмәтте 2790656 телефон һандары буйынса белергә мөмкин.

Фото: Интернет