1 май көнө «Дим» паркында велосипедта уҙышыуҙы, велойәрминкәне үҙ эсенә алған байрам сараһы ойоштороласаҡ. Велосипедта уҙышыу 10:30 сәғәттә башлана. Шулай уҡ, ете йәшкәсә балалар өсөн спорт ярыштары ҡаралған.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2-5 йәшлек балалар өсөн күңел асыу майҙансыҡтары эшләйәсәк. 3-14 йәшлектәр өсөн велосипедта тиҙлеккә уҙышыу күҙаллана. Шулай уҡ мастер-кластар һәм уйындар ойоштороласаҡ. Урында йәшәүселәрҙе парк биләмәһендә үтәсәк ҡул эштәре йәрминкәһенә лә саҡыралар. Йәрминкә велосипедтар темаһына арналасаҡ.
Байрам сараһында барыһы ла ҡатнаша ала. Билдәләргә кәрәк, шул уҡ көндө «Орион» скверында фонтан миҙгеле асыласаҡ.




