19 апрель, Өфө аэропортына ашығыс рәүештә «Өфө- Талакан» йүнәлешендә осҡан ЯК-42 самолеты ултырҙы. Самолетта 48 пассажир була.
Авиалайнер ерҙән осоп китеүенә ун минут ваҡыт үткәс, двигателдең яныуы тураһында мәғлүмәт алына. Тиҙ арала самолет кире ергә ултыра.
Халыҡ-ара аэропорттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, самолет тикшереү үткәндән һуң, тейешле йүнәлеш буйынса кире һауаға күтәрелә.




