Хәҙер дәүләт хеҙмәттәре сайты аша законлы никахты теркәү өсөн ғаризаны ярты йылдан алдан бирергә мөмкин.
Был закон проектын Рәсәй Федерацияһының Элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы тәҡдим итте.
Етәкселәр билдәләүенсә, был яңылыҡ коррупцияны сикләүгә мөмкинлек бирәсәк. Сөнки айырым көндәрҙә никахтарын законлаштырыуға теләүселәр һаны бихисап.




