«Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында һәләк булыусылар һаны билдәле булды

Кемеровола теркәлгән янғында һәләк булыусыларҙың һаны билдәләнде, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты. Ғәҙәттән тыш хәл 25 март көнө теркәлә. Ҡайһы бер һәләк булыусыларҙы бөгөн генә ерләргә рөхсәт биргәндәр.

Фото №1 - «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында һәләк булыусылар һаны билдәле булды

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, янғын алтмыш кешенең ғүмерен алған. Быға тиклем 23 кеше ерләнгән, генетика тикшереүенән һуң тағы ла 37 кешенең кәүҙәһе ерләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, осраҡ теркәлгәндән һуң, социаль селтәрҙәрҙә 300 кеше һәләк булған, тигән хәбәр тарала. Был хәбәрҙең авторы булып украин пранкеры була.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ