Республикала «Георгий таҫмаһы» акцияһы старт ала

24 апрель көнө Стәрлетамаҡ районында «Георгий таҫмаһы» акцияһына старт биреләсәк. Был сараны йыл да Еңеү байрамы алдынан үткәрәләр.

Сара сиктәрендә ирекмәндәр урында йәшәүселәргә таҫмалар таратасаҡ. Георгий таҫмалары- Бөйөк Еңеү, ветерандарға рәхмәт һәм хәтер символы. Акция 24 апрель Оло Көгәнәк, Рязановка, Николаевка, Т.Отрадовка ауылдарында старт ала..

Райондың башҡа ауыл биләмәләрендә таҫмаларҙы таратыуҙы акцияһы 4 һәм 9 май көндәре ойоштороласаҡ.