Өфөлә ағымдағы йылдың башынан алып ике мең кеше хеҙмәт урындарынан ҡыҫҡартыуға эләккән. Был хаҡта республиканың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хәбәр итә.
Тәүге дүрт айҙа ҡалала 109 ойошманан 1993 хеҙмәткәр эш урындарын юғалтҡан. Уларҙың 964-е ҡабаттан хеҙмәт урыны тапҡан. Әлеге ваҡытта 5,1 кеше ваҡытлыса эшһеҙ статусын йөрөтә.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала 19,4 мең буш вакансия иҫәпләнгән.




