Башҡалала 105 мең кеше экологик өмөлә ҡатнашты

21 апрель көнө ойошторолған экологик өмәлә уҡыусылар, студенттар, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтте. Шулай уҡ был сарала күп ҡатлы йортта һәм шәхси секторҙа йәшәүселәр ҙә ҡатнашты.

Фото №1 - Башҡалала 105 мең кеше экологик өмөлә ҡатнашты

Өфө ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, экологик өмә сиктәрендә иремәй ҡалған ҡарҙы ташлайҙар, биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙарталар. Коммуналь хеҙмәттәр архитектура формаларын йыуалар, шулай уҡ йыйылған сүп-сарҙы ҡала ситенә сығаралар. 5,7 меңгә яҡын кеше урам-юл селтәрен таҙартыуҙа ҡатнаша.

Йыйылған сүп-сарҙы 1045 берәмек техника ярҙамында ташыйҙар. Шулай уҡ экологик өмә барышында 412 кв.метр майҙанда юл төҙөкләндерелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ