Өфөлә тәрбиәләнеүсе ата- наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы федераль канал тапшырыуҙарының береһендә күрһәтәсәктәр

Өфөнөң балалар йортонда тәрбиәләнеүсе етем-балаларҙы федераль каналдың «Когда все дома» тапшырыуының айырым рубрикаһында күрһәтәсәктәр. Был программаның маҡсаты-балаларға буласаҡ ата-әсәләрен табырға ярҙам итеү.

Фото №1 - Өфөлә тәрбиәләнеүсе ата- наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы федераль канал тапшырыуҙарының береһендә күрһәтәсәктәр

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, башҡалала 23 апрелдән 28 апрелгә тиклем тапшырыу төшөрәсәктәр. Шулай уҡ, балаларҙы тәрбиәгә алырға теләүселәрҙең Бөтә Рәсәй мәғлүмәт-эҙләү системаһында кескәйҙәрҙең айырым «паспорты» барлыҡҡа киләсәк.

Билдәле булыуынса, тапшырыуҙы төшөрөү барышында рубриканың алып барыусыһы Елена Кизякова ла ҡатнашасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ