Башҡортостанда ЮХХДИ тарафынан профилактик сара даими уҙғарыла. Был профилактик сара юлдарҙа авария хәлдәрен тыуҙырмауға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә ҡайтып ҡала.
РБ-ҙың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәргә 3300-ҙән ашыу административ материал төҙөлгән. Уларҙың 99 —тыйылған ерҙә ҡаршы һыҙатҡа сығыу өсөн. 82 водитель руль артында эскән килеш тотолған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған профилактик рейд барышында 137 водитель руль артына эскән килеш ултырған.




