2018 йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы 13-15 процентҡа артасаҡ

Ағымдағы йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артыуы көтөлә. Шулай итеп, хеҙмәт хаҡы инфляциянан 3,5 тапҡырға юғары буласаҡ.

Рәсәй Банкы билдәләүенсә, түләүҙәрҙең артыуы минималь эш хаҡы күләменең күтәрелеүе ярҙамында башҡарыласаҡ. 1майҙан минималь эш хаҡы күләменең 11,1 мең һумға тиклем күтәрелеүе, үҙ сиратында, хеҙмәт хаҡының артыуыны ла килтерәсәк. Киләһе йылда хеҙмәт хаҡын индексациялау 4% тиклем кәметеләсәк.

Коммерция ойошмаларында ла хеҙмәт хаҡы артасаҡ. Бының сәбәбе- кадрҙарҙың етешмәүе һәм конкуренцияның артыуы.