Башҡалала көслө дауыл һөҙөмтәһендә ете автомобиль зыян күргән. Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.
Башҡалала 22 апрель көнө елдең тиҙлеге секундына 22 метр тиҙлеккә етте. Көн дауамында Өфөнөң диспетчер хеҙмәтенә шиферҙарҙың осоуо, ағастарҙың ҡолауы хаҡында мәғлүмәт еткерелә.
Һөҙөмтәлә, автомобилдәргә ағастарҙың һынып төшөүө буйынса ете осраҡ теркәлә. Королев, 27, Ҡулса, 24, Үҙәк, 22, Исмәғилов, 21, Әхмәтов, 300/3, Мушников, 17/4, Машинистар, 6 адрестары буйынса машиналар ҡамауға эләгә.
Шулай уҡ, ағастың электр сымына ҡолауы ла урында йәшәүселәрҙе утһыҙ ҡалдыра. Өфө ҡотҡарыусылары килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе ваҡытында хәл итә.





