Республикала дүрт ир Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын туҡмап, йортонан аҡсаһын урлағандар

Республикала Өфө районында йәшәүсе дүрт ир хөкөм алдына баҫасаҡ. Ирҙәр һуғыш ветеранына һөжүм итеүҙә ғәйепләнәләр. Енәйәт эше ағымдағы йылдың ғинуар айында теркәлә.

Республика Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, спиртлы эсемлекте ҡулланып ултырған ваҡытта ирҙәр 93 йәшлек инәйҙең йортона төшөргә булалар. Ветерандың йортона ингәс, икенсе төркөм инвалидын бәйләп, туҡмайҙар. Артабан һуғыш ветеранының миҙал-ордендарын , аҡсаһын , хатта аҙыҡ-түлеген алып сығалар. Оло кеше был ирҙәргә ҡаршылаша алмай.

Бурҙар сығып киткәс, инәй таныштарына шылтырата. Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙарҙы ҡулға ала. Асыҡланыуынса, өс ир быға тиклем дә хөкөм ителгән була.

Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡылыҡтары өсөн ирҙәр хөкөм алдына баҫасаҡ.