Башҡалала бухгалтерҙар өсөн бушлай семинар уҙасаҡ

25 апрель көнө бухгалтерҙар өсөн бушлай семинар ойоштороласаҡ. Сара Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығында үтә.

Фото №1 - Башҡалала бухгалтерҙар өсөн бушлай семинар уҙасаҡ

Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, был йүнәлештәге семинарҙар бар республика буйынса үтәсәк. Ойошма етәкселәре семинарҙа ҡатнашырға теләк белдергән хеҙмәткәрҙәре хаҡында мәғлүмәтте 2728543 телефон һандары буйынса еткерә ала. Йәки oip@r02.fssprus.ru почтаһы буйынса заявка ҡалдырырға мөмкин.

Сара Цюрупа урамы, 95 адресы буйынса ойоштороласаҡ.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ