Башҡортостанда йәш егетте туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнеүселәр ғәҙел хөкөм ителде

Күмертау ҡалаһынан 32 һәм 30 йәшлек ирҙәр Енәйәт Кодексының бер нисә статьяһы буйынса хөкөм ителде.

Фото №1 - Башҡортостанда йәш егетте туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнеүселәр ғәҙел хөкөм ителде

Республика Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың 5 мартында Күмертау ҡалаһында йәшәүсе өс ир иҫерек килеш кафеға инеп, ике кешегә һөжүм итәләр. Аяҡ-ҡулдары, төрлө предметтар менән егеттәрҙе туҡмайҙар. Һөҙөмтәлә, 27 йәшлек егет алынған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Икенсе зыян күреүсе еңелсә тән йәрәхәттәре ала. Дауахананан сыҡҡас, егет енәйәтселәрҙе атай.

Фото №2 - Башҡортостанда йәш егетте туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнеүселәр ғәҙел хөкөм ителде

«Өсөнсө ғәйепләнеүсе психиатрия дауаханаһында дауалана. Ғәйепләнеүсе дауаланып сыҡҡандан һуң, уға ҡарата енәйәт эше материалдары судҡа тапшырыласаҡ», - тип хәбәр итә Тәфтиш комитеты.

Хөкөм залында 32 йәшлек ғәйепләнеүсе -9 йылға, икенсеһе - 8,5 йылға иркенән мәхрүм ителде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ