Ҡанлы шаршамбы

Сәтрлетамаҡтың беренсе мәктәбендә туғыҙынсы синыфта уҡыған Вәсилә менән Ольга һәм уларҙың уҡытыусылары Екатерина Першина өсөн быйылғы уҡыу йылы, күрәһең, тамам. Ҡыҙҙарҙы туғыҙ йыл буйы бер класта уҡыған Артем исемле тиҫтерҙәре сәнскеләне. Был ваҡиға тотош Рәсәй халҡын тетрәндерҙе.

Фото №1 - Ҡанлы шаршамбы

Баҡтиһәң, илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе үҫмерҙәрҙең һөжүм итеү ихтималлығы тураһында алдан иҫкәртеүселәр ҙә булған. Ләкин ишетеүселәр генә булмаған. Артемды тиҫтерҙәренә бысаҡ менән ташланырға нимә этәргән? Ниндәй һабаҡ алырбыҙ өҙөлгән дәрестән?

Барыһы ла күҙ асып йомғансы булды, ти уҡыусылар. Дәрес башланып та өлгөрмәй уҡытыусының ҡысҡырған тауышы ишетелгән, һуңынан янғын сигнализацияһы, ә күп тә үтмәй коридорҙа бысаҡ тотоп ҡанһырап йөрөгән класташтарын күргәндәр.

Шаһиттар әйтеүенсә, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы дәрескә башҡаларҙан һуңлап инә һәм шундуҡ тиҫтерҙәренә бысаҡ менән ташлана. Тәүҙә алғы партала ултырған ҡыҙҙарға һөжүм итә. Береһенең яурынына , икенсеһенең күкрәгенә бысаҡ менән сәнсеп өлгөрә. Ҡан-ҡойошто 29 туғыш йәшлек уҡытыусы Екатерина Паршинаның ҡыҫылыуы ғына туҡтата. Ләкин үҫмер үҙе менән яғыулыҡ тултырылған шешә алып килгән була. Бүлмәгә ут тоҡана. Йәрәхәтләнгән, ҡото алынған бер ҡыҙ тәҙрәнән һикерә. Янғын сигнализацияһын ишеткән башҡа уҡыусылар шундуҡ тышҡа йүгереп сыға.

Баҡтиһәң, үҫмер коррекция класында уҡыған. Тиҫтерҙәре әйтеүенсә, ул быға тиклем дә мәкерле уйҙарын башҡарып ҡараған. Яуыз ниәте менән социаль селтәрҙә иптәштәре менән дә бүлешкән. Ләкин быға иғтибар итеүсе булмаған. Үҫмер тыйылған сайттарҙа ла ултырған, тигән мәғлүмәт тә бар.

Рәсәй мәктәптәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ошондай хәлдәр булыу ихтималлығы тураһында Федерация Советы ағзаһы Елена Мизулина генераль прокурорҙы ла иҫкәрткән була. Ләкин бер ниндәй ҙә сара күрелмәй.

“20 апрель Америкалағы билдәле Колумбайн фажиғәһенең түңәрәк датаһына бәйле, Рәсәй мәктәптәрендә апрель-май айҙарында ла шундай хәл-ваҡиғалар булыуы ихтимал”.

Елена Мизулина, Федерация советы ағзаһы

Һөҙөмтәлә профилактика менән шөғөлләнеүсе органдарға ҡарата ла үҙ эшенә һүлпән ҡарағаны өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылды. Шулай уҡ белем усаҡтарының пропуск системаһы ла һорау тыуҙыра. Ғәҙәттән тыш хәл урынына тәүге сәғәттә үк барған Рөстәм Хәмитов республиканың барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла һаҡ хеҙмәте эшмәкәрлеген тикшереү һәм көсәйтеү бурысы ҡуйҙы.

Ваҡиға теркәлгәс тикшереүҙәр үтте. Хатта, уҡытыусылар ҙа әүҙемлек күрһәткән, әммә тағы ла исем өсөн генә, ти ата-әсәләр.

“Был хәлдән һуң да уҡытыусыларҙан шундайыраҡ хәбәрҙәр килә: “Ишеткәнһегеҙҙер, шундай-шундай хәл булған. Бөгөн үк балаларығыҙҙың телефонын алып, социаль селтәрҙәрҙә ниндәй төркөмдәрҙә ултырғандарын тикшерегеҙ”. Ата-әсәләр быға күнегеп бөткән. Был сараны проблеманы хәл итеү юлы, тип аңларғамы, әллә яуаплылыҡты ата-әсәләргә япһарып ҡалдырыу тейергәме? Һәр хәлдә шундай күренеш бар”.

Гүзәлиә Балтабаева, журналист, "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе

Ғөмүмән, был хәл белем биреү системаһындағы байтаҡ проблемаларҙы асып һалды. Һөҙөмтәләштереү тип күп кенә белем усаҡтарында социаль педагогтар ҡыҫҡартылды. Хәҙер килеп психологтар етмәүе төп проблема булып сыҡты.

“Был балаларға ярҙам итергә беҙҙең профессионалдар етмәй. Шуның өсөн бөтә уҡытыусылар, специалистар яңынан курстар үтергә тейешле. Мәктәптәрҙә видеокамералар ҡуйыу, инеү режимын булдырыу өсөн республика бюджетынан күп кенә аҡса бүленәсәк”.

Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф министры
Башбат

Шулай ҙа бар ғәйепте педагогтарға ғына япһарырға ярамай. Балалар өсөн тәү сиратта ата-әсәләр үҙҙәре яуаплы, ти психологтар. Хәҙер киләсәк быуын тәрбиәне йышыраҡ виртуаль тормоштан ала, тиҫтерҙәрен ҡабатлай, ә өйҙә улар бөтөнләй икенсе кеше булыуҙары ихтимал.

– Минең балам улай түгел! – иң беренсе һүҙ шулай. Ә минең хөрмәтле ата-әсәләргә шуны әйткем килә: һеҙҙең балағыҙ өйҙә генә бала. Тышта, мәктәптә ул тиң хоҡуҡлы шәхес. Ул үҙенең холҡон күрһәтә, үҙенең нимәгә эшкенгәнен күрһәтә, ни белгәнен, нимәгә өйрәнгәнен күрһәтә. Өйҙә бала тик кенә ултыра икән, мәктәптә лә үҙен шулай тота тип иҫәпләргә кәрәкмәй. Интернетта балағыҙҙы ҡарағыҙ, уның дуҫтары кем, нимә тураһында уйлай ул? Балаларығыҙҙы аңларға тырышығыҙ.

Әлмира Исхаҡова, психолог, Өфө ҡалаһының йәмәғәт именлеге белгесе

Ә бит тиҫтерҙәренә бысаҡ менән ташланыусы үҫмерҙең ата-әсәһе улдарының был аҙымға бара алырын белгән. Шаһиттар әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлгә тиклем бер көн алда улар мәктәпкә лә килеп йөрөгән. Артемдың психикаһы ҡаҡшауын , дауаланырға кәрәклеген дә әйткән тиҙәр. Ләкин бындай ваҡиғаларҙан һуң үҫмерҙең эске донъяһы һауығыуы бөтөнләй икеле.

Дауаханала ятыусы балалар һәм мөғәллимәнең хәле яҡшырыуға табан бара. Шулай ҙа улар өсөн быйылғы уҡыу йылы, күрәһең, тамам. Властар синыфташтары һөжүменән зыян күргән ике уҡыусыға һәм уҡытыусыға өс йөҙ мең һум күләмендә компенсация түләйәсәк. Мәғариф министрлығы иһә балаларҙы яҡлап бысаҡ тотҡан үҫмергә ҡаршы сыҡҡан 29 йәшлек Екатерина Першинаны наградаға тәҡдим итә. Был ваҡиғала үҙ бурысын теүәл үтәп, уҡыусы балаларҙы оло бәләнән аралап ҡалған берҙән-бер кеше тап ул, минеңсә. Ә Артемды суд ике айға ҡулға алды. Адвокаттары был ҡарар менән риза түгелдәр. Улар үҫмерҙе үҙ аңында булмаған тип тулыһынса аҡлауҙы хәстәрләй.

Авторҙар: Гөлназ Хәйбуллина һәм Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ