Владимир Путин халыҡҡа ҡолаған ағастарҙы йыйыу рөхсәте биргән законды раҫланы. Документҡа ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан тәбиғи шарттарҙа ҡолаған ағастарҙы, ботаҡтарҙы, туҙ, ағас ҡайыры һәм башҡа сыбыҡ-сабыҡты бер ниндәй язаһыҙ үҙ файҙаңа ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Тик ҡолаған, тип үҫеп ултырған ағастарҙы ла тотона башламаҫтармы? Урман эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәрҙең уғрылығын рәсмиләштергән законға әйләнмәҫме был ҡануниәт? Был турала БСТ каналының хәбәрсеһе Илдар Байбулатовтың репортажында.
Әле йылытыу миҙгеле тамамланып та өлгөрмәгән Владимир Светлаков киләһе ҡышҡа утын әҙерләй башлаған. Ул йәшәгән Һалдыбаштамаҡ ауылына зәңгәр яғыулыҡ килеп етмәгән, шуға ла урындағы халыҡ үҙ йүндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр. Хәйер, урмандарға бай Нуримандар өсөн утын әҙерләү мәсьәләһе бер ваҡытта ла киҫкен тормай. Әммә ауыл кешеләрен борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Шуларҙың береһе эргәләге урманда йығылып-сереп ятҡан ағастарҙың күплеге. Уларҙы өйгә алып ҡайтып утын йәки башҡа маҡсатта файҙаланырға ла мөмкин булыр ине. Булыр ине лә бит, ләкин рөхсәт артынан йөрөү байтаҡ ваҡыт һәм сығымдар талап итә.
Йыш ҡына рөхсәт ҡағыҙы артынан йөрөү бер нисә айға һуҙыла, шуға ла тамам арыған кешеләр был эшкә ҡул һелтәй. Уның ҡарауы, туҙып ятҡан ҡоро ағастар урмандарҙа сереп ята бирә. Улар янғын сығыу ихтималлығын арттыра, төрлө ҡоротҡостарҙың үрсеүенә лә ыңғай булышлыҡ итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, был ағастар кешегә лә түгел, дәүләткә лә.
Ғәмәлдәге закондың ыңғай һәм кире яҡтарын күп тапҡырҙар ентекләп өйрәнгәндән һуң Рәсәй президенты был аҙнала Урман кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан һәр кемгә урмандағы ҡороған ағасты йәки сыбыҡ-сабыҡты йыйырға рөхсәт биреләсәк.
Яңы закон үҙ көсөнә ингәнгә тиклем республиканың урман мөнәсәбәттәре ҡануниәтенә шулай уҡ үҙгәрештәр индереү ҡаралған. Унда ҡороған ағастарҙы сығарыу тәртибе, ниндәй кварталдар бүленәсәге асыҡ күрһәтеләсәк. Әйткәндәй, закон проектының авторҙашы булып Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, закондағы үҙгәрештәр тәү сиратта ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн бик мөһим.
Шул уҡ ваҡытта миҙалдың икенсе яғын да оноторға ярамай. Сөнки яңы закондың аңлашылмаған яҡтары ла бар. Атап әйткәндә, йығылған ағастар бушлай буласаҡмы тигән һорауға әлегә аныҡ ҡына яуап бирелмәгән, шулай уҡ контролдең нисек алып барыласағы ла билдәһеҙ түгел. Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡоро ағас урынына үҫеп ултырғанына ла ҡул һуҙыуы мөмкин.
Нисек кенә булмаһын, яңы закондың ауыл кешеләре өсөн дә, тәбиғәткә лә файҙаһы ҙур булмаҡсы. Бөгөн республика биләмәһенең 40 процент самаһын урмандар биләүен иҫәпкә алғанда, уларҙа йылына меңдәрсә кубометр ағас ерҙә ятып серей. Ошондай хәлдәрҙе булдырмау өсөн генә лә ҡануниәттәге үҙгәрештәр бик тә әһәмиәтәле булырға оҡшай.
Урмандарға керһәң йығылып, сереп ятҡан ағастар тулып ята. Әммә республика халҡына әлегә башына бәлә алмаҫ өсөн ағас әҙерләүҙе законлы юл менән башҡарырға кәрәк. Юғиһә, тәбиғәт байлыҡтарына яуапһыҙ мөнәсәбәт, тәү сиратта кешенең үҙенә ҙур зыян килтереүе ихтимал.
Һис шикһеҙ был законды мутлашыу өсөн файҙаланыусылар ҙа табылыр. Бындай хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында илдең урман хужалығы министрлығы инспекторҙар штатын да ике меңгә арттырмаҡсы. Бының өсөн бюджеттан өҫтәмә миллиард һум бүлеү ҡаралған.




