Советтар осоронда тап ошо система менән эшләнеләр. Уҡыу йортон тамамлаған йәштәрҙән ҡайҙа эшкә барырға теләүен һорап тормағандар. Кемдер күрше ауылға эләккән, кемгәлер республикала ҡалыу бәхете тейһә, бәғзеләр хатта, сит төбәктәргә лә ебәрелгән эшкә. Уның ҡарауы, бер нисә социаль мәсьәлә хәл ителгән. Беренсенән, эш таба алмай аҙапланмағандар, икенсенән, төпкөлдәрҙә кадрҙарға ҡытлыҡ булмаған, ә өсөнсөнән ауылдар йәштәр менән тулыланып торған. Бәлки, шуғалыр ҙа был алымды киренән ҡайтарыу тураһында һүҙ ҡуйыртыла. Йәғни, бюджетта уҡығандарҙың барыһы ла кәм тигәндә дүрт йыл йүнәлтмә буйынса эшләргә тейеш.
Ул саҡта яңы ғына уҡыу йортон тамамлап, шул йылда уҡ ғаилә ҡорған йәштәр эшкә саҡырыу тәҡдимен берҙәй күтәреп ала. Ныҡлап аяҡҡа баҫыу өсөн райондан матди ярҙам да күрһәтелә. Ул аҡсаға Ҡыҙрасовтар йорт һалып сыға. Шуға ла тыуған яғынан сит районда төпләнеп китеүҙә ҡаршылыҡтар тыумай.
Ҡыҙрасовтар совет заманы шауҡымына эләгеп ҡала. Шуға ла 1997 йылда ла улар йүнәлтмә буйынса эшкә урынлашып өлгөрә. Ә хәҙер хәл башҡаса.
Ошо ай башында ҡыуаныслы яңылыҡты Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Вострецов еткерҙе. Халыҡ һайланыусыһы юғары уҡыу йортон тамамлаусы йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты. "Мәғариф тураһында"ғы законға индерәләсәк үҙгәрештәр студент нисәмә йыл белем алған, шунсама ваҡыт үҙ һөнәре буйынса эшләү бурысын ҡуя. Йә иһә бакалавриат тамамлаусылар 4, специалитет 5, ә магистраттар 6 йылдан да кәм булырға тейеш түгел. Яңылыҡ бюджетта уҡыусыларға ҡағыла.
Ә был һорау әлегә асыҡ ҡала. Әгәр эш урыны булмай тороп, нисек яңы белгес әҙерләргә мөмкин?! Республика райондарынан йүнәлтмә буйынса ебәрелгән йәштәр диплом алып ауылға эшкә ҡайта ла ул. Тик билдәле бер ваҡыттан райондан тайыу яғын ҡарай. Ни өсөн?
Ауыр булырын белә тороп, көстө самалап ҡарамайынса, ни өсөн юғары белемгә ынтылырға һуң?!
Дәүләт Думаһында күтәрелгән яңылыҡ тап ошоно күҙ уңында тота ла инде. Алған дипломды аҡлау мөһим. Совет заманындағы кеүек йәш белгес йүнәлтмә буйынса эшкә урынлашмай, ә хәҙер ул егеләсәк тип аңларға кәрәк. Дәүләт һине уҡытҡан икән, һөнәрең буйынса эшләргә тейешһең. Әлбиттә, был үҙгәрештәр түрә балаларына ла ҡағылмай ҡалмаҫ. Уларҙың һанын бермә ҡыҫҡартып. Ә был билдәле, бюджетҡа эләгергә теләүсе ябай кешеләргә йәшел юл асыуы бар.




