Үткән шәмбе, кәмитсе Руслан Белыйҙың һүҙҙәре өсөн ТНТ каналы башҡорт халҡынан ғәфү үтенергә тейеш ине

Һәр хәлдә, уның продюссеры ғәҙеллек талап итеп барған милләттәштәребеҙгә шулай тип вәғәҙәләгәйне. Панкратион, ҡағиҙәһеҙ һуғыш төрө менән шөғөлләнеүсе бер төркөм спортсылар гостролдәрҙә йөрөүсе кәмитсенең артынан Ульяновск ҡалаһына тиклем барып етте. Руслан Белый үҙе ҡасҡан, шулай ҙа уның директоры, хоҡуҡ һаҡсылары яҡлауында әлбиттә, башҡорт егеттәре менән әңгәмәләшергә ҡыйыулыҡ тапты.

Фото №1 - Үткән шәмбе, кәмитсе Руслан Белыйҙың һүҙҙәре өсөн ТНТ каналы башҡорт халҡынан ғәфү үтенергә тейеш ине

Халҡыбыҙҙың милли тойғоларында уйнап, телебеҙҙән, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан һәм милли геройыбыҙҙан көлгән тапшырыу күрһәтелеп оло низағ ҡупҡандан һуң был йәмғиәт яғынан яһалған берҙән-бер етди аҙым, тиер инем. Егеттәр кәмитсе менән ирҙәрсә һөйләшеп алырға барған. Ә башҡалар? Кемдер был хәлдә үҙен күрһәтеп ҡалырға ғына тырышты, пиар эҙләне. Социаль селтәрҙәрҙә, ниндәйҙер йыйындар ойоштороп шулай уҡ уйланылмаған, үлсәнмәгән һүҙҙәр таратты. Берәүҙәр бер-береһе менән тартҡылашыуҙан ары китә алманы. Дөрөҫ, мин дә өнәп етмәнем үҙ кешеләребеҙҙең кәмитсенең йәнәһе лә юморына көлөп ултырғандарын. Ләкин, был ҡылыҡтары уларҙың үҙ намыҫында ҡалһын. Күмәкләшеп уларға ябырылыу, үҙ арабыҙҙа ғәйеплеләрҙе эҙләү килешмәҫ ине. Тап шул тартҡылашыуыбыҙ, бер-беребеҙҙе батырыуыбыҙ, йәберләүебеҙ менән кеше көлкөһөнә ҡалабыҙ түгелме ни?

Был күренеш башҡа милләтәрҙә һоҡланыу тойғоһо уятырына шикләнәм. Әммә яуапһыҙ ҡалдырырға ла ярамай был хәлде. Тик закон сиктәрендә, үҙебеҙҙе лайыҡлы тотоп эш итергә кәрәктер. Бәлки, шул ваҡытта беҙҙе ихтирам итерҙәр.

БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримованың был темаға арналған махсус репортажында тулыраҡ мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Авторҙар: Рәмзиә Кәримова, Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ