Йәкшәмбе республика биләмәләрендә көслө дауыл үтте. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, елдең тиҙлеге урыны менән секундына 25 метрға еткән. Дауыл һөҙөмтәһендә алты муниципаль районда электр тәьминәте өҙөлөп торған.
Бынан тыш, Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының ҡыйығы зыян күреүе, Өфө һәм Туймазы ҡалаларында реклама банерҙары аҡтарылыуы, баш ҡалала һәм Благовещен районында ағастар ауыуы теркәлгән.
Өфөлә шулай уҡ көслө елдән ҡоймалар һәм светофор ҡолаған, 18 автомобиль зыян күргән. Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә 43 хеҙмәткәр, 15 берәмек техника йәлеп ителгән.




