Синоптиктар хәбәр итеүенсә, был аҙнала Башҡортостан һалҡын һауа массаһы тәьҫирендә ҡала.
Көндәр 26 апрелдән һуң ғына йылыта башлай. Был осорҙа һауа температураһы көндөҙ 8-13 градусҡа тиклем күтәрелер, тип күҙаллана. Аҙнаның тәүге яртыһында иһә республика буйынса ямғыр, ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым өлөшөндә боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Йәкшәмбе күҙәтелгән дауыл ғәрәсәте ҡабатланмаясаҡ.




