Башҡортостан Рәсәйҙең иң төҙөк төбәктәре исемлегендә

Был турала Рәсәйҙең Төҙөлөш министры Михаил Мень Ялтала үткән халыҡ-ара иҡтисади форумда биргән интервьюһында белдерҙе.

Федераль министр Башҡортостанды Мәскәү һәм Санкт-Петербург

ҡалалары, Мәскәү, Ростов өлкәләре һәм Краснодар крайы менән бер рәттән телгә алған. Михаил Мень әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ул етәкләгән ведомство ҡала мөхите үҫеше программаһын тормошҡа ашырыуҙы баһалау өсөн махсус стандарттар әҙерләй.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.