Социаль именлек коммерция булмаған ойошмалар ҡулында. Бөгөн Рәсәйҙең йәмәғәт палатаһы ағзалары Өфөнөң социаль хеҙмәт күрһәтеүсе бер нисә үҙәге менән танышты.
Дим биҫтәһенең "Ярҙам" тип исемләнгән социаль үҙәге яңы төр хеҙмәт үҙләштерә. Бында йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы ваҡытлыса ҡалдырып тороу төркөмдәре эшләй. Балалар башлыса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән ҡабул ителә. Көнөнә дүрт сәғәт кенә булһа ла, ата-әсәләр өсөн был хеҙмәт ҙур ярҙам.
Йәмәғәт палатаһы ағзалары ауыр тормош шарттарында ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән үҙәк эше менән дә танышты. Ойошма һигеҙ йылдан ашыу ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында йортонан сығып киткән ҡатындарға ваҡытлыса торлаҡ тәҡдим итә. Йәмәғәт палатаһы ағзалары үҙәккә дәүләт яғынан да ярҙам кәрәклеген белдерҙе.




