Предприятиеның етештереүсәнлек ҡеүәте - сәғәтенә 150 тонна. Бында бойҙай, арпа, һоло, люцерн сәсеүгә әҙерләнә. Орлоҡ ике тапҡыр таҙартыу линияһы аша үтә, һуңынан ағыулау участкаһына ебәрелә. Шулай уҡ фасовкалағанда илле килограммлыҡ тоҡтарға тултырыу буйынса ла йүнәлеш асылған.
Әйткәндәй, предприятиела бөтә эш автоматлаштырылған, хеҙмәткәрҙәрҙән ҡул көсө талап ителмәй тиерлек. Сеймалды һаҡлау өсөн дүрт келәт төҙөлгән. Хужалыҡтың ошондай уҡ тағы ла бер орлоҡ заводы бар. Ул Николаевка ауылы эргәһендә урынлашҡан.




