Башҡортостанда Татарстан башҡорттары мәҙәниәт көндәре башланды

Күрше республиканан килгән ҡунаҡтар иллеләп кеше, улар араһында мәҙәниәт, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, төҙөлөш өлкәләрендә эшләүселәр бар. Татарстанда башҡорт милли-мәҙәни автономиялары өс ҡалала эшләп килә - Ҡазанда, Яр Саллыла һәм Түбәнге Камала.

Фото №1 - Башҡортостанда Татарстан башҡорттары мәҙәниәт көндәре башланды

Аҙнаҡай районында ла яңыраҡ "Ҡурай" йәмәғәт ойошмаһы" барлыҡҡа килгән. Татарстанда уңышлы эшләп килгән башҡорт фольклор ансамблдәре бөгөн кис Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында ҙур концерт программаһы менән сығыш яһай.

“Иртәнсәк килеп еткәс тә, Илеш районының уңған егеттәре, ҡыҙҙары милли кейемдә беҙҙе ҡаршы алдылар. Беҙ өс автобуста килдек. Ҡунаҡтарға ҡарата йылмайып, башҡорт ҡунаҡсыллығын күрһәтеп, матур итеп һөйләп, йырлап, бейеүҙәре йөрәккә май булды”.

Ғәли Хәсәнов, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе

Бөгөн делегация вәкилдәре Башҡортостан Милли музейында ойошторолған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты, фекер алышыу "Башҡорттар Татарстанда - тарих һәм заман" тигән темаға арналды. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Руф Зиннуров та булды. Ул үҙе әле Ҡазанда йәшәһә лә, тыуған яғы - Салауат районы Лаҡлы ауылы. "9 май алдынан республиканы күреп ҡайтыу - үҙе бер бәхет,"-ти уҙаман. Әйткәндәй, киләсәктә яҡташыбыҙ тыуған ауылында мәсет төҙөтөргә хыяллана. Проект документацияһы әҙер ҙә инде.

“Йәш көйөнсә ике йыл һуғышта булдым. Аҙаҡ оҙаҡ йылдар хеҙмәт иттем. 40 йәшкә тиклем һыу аҫтында йөҙә торған кәмәнең командиры булдым. Мин үҙем башҡорт, һуғыштан һуң ҡырҡ йыл буйына татарҙар араһында йәшәнем”.

Руф Зиннуров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ