Хәтер һәм ғорурлыҡ

Илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеүселәрҙе хөрмәт итеү һәр кемдең изге бурысы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан ғына 710 меңдән ашыу кеше фронтҡа алына. 300 мең яҡташыбыҙ яу яланында башын һала. 127 меңе хәбәрһеҙ юғала. Уларҙы эҙләү, исемдәрен асыҡлау һәм мәңгеләштереүҙә эҙәрмәндәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ.

Миәкә районынан да данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының үткән юлдары буйлап урындағы ”Хәтер” һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Обелиск” эҙәрмәндәр отрядтары ҡаты алыштар үткән Липецк һәм Воронеж өлкәләренә юлланды. Урындағы отряд рәйесе Вилсур Нафиҡов белдереүенсә, төбәктәрҙә ҡаҙыныу эштәренән тыш, былтыр асыҡланған яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү, урында йәшәүсе өлкән йәштәгеләр менән аралашып, яугирҙарыбыҙ тураһында күберәк мәғлүмәт туплау саралары ла ҡаралған.

“Һуғыш ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙҙы эҙләйбеҙ. Уларҙы табырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Быйыл 112-се Башҡорт кавалерия девизияһының ҡанлы эҙҙәре буйлап үтәсәкбеҙ”.

Вилсур Нафиҡов, йәмәғәт эшмәкәре

Былтырғы эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә Миәкә районының “Хәтер” отряды яуҙа башын һалған 5 райондашының ҡәберлеген таба. Воронеж өлкәһе етәкселеге ярҙамында быйыл уларҙың исемдәре мемориаль таҡтаташҡа яҙыласаҡ. Әйткәндәй, райондың эҙәрмәндәр отряды тулыһынса ирекмәндәрҙән тора. Матди сығымдарҙы ошо уҡ отряд сафында булған эшҡыуарҙар үҙ өҫтөнә алған. Эҙәрмәндәр десантына хәйерле юл теләр өсөн район үҙәгендәге "Еңеү паркы"на халыҡ күпләп йыйылды.

“Был бик әһәмиәтле сара. Патриотик клубыбыҙ былтыр ҙа йөрөп ҡайтты, бында мәктәптәрҙә сығыш яһанылар, ветерандар алдында ла һүҙ тоттолар. Бөтәбеҙ ҙә дәртләнеп киттек”.

Нәбирә Фәрхетдинова, Миәкә районының ветерандар советы рәйесе

“Улар бваҡыттарын бушҡа үткәреп йөрөмәйҙәр, шуныһы ҡыуаныслы. Ғүмерлеккә эҙһеҙ юғалып ҡалған яҡташтарыбыҙҙың ҡәберҙәрен, исемдәрен табалар”.

Рәшит Аҡтуғанов, Миәкә районы хакимиәте башлығы