Хәтер вахтаһы

"Хәтер вахтаһы" экспедицияһында төбәктән барлығы 125 кеше ҡатнаша. Уларҙың күбеһе - мәктәп уҡыусылары. Нуриман, Дыуан, Дәүләкән райондары һәм Өфө ҡалаһының эҙәрмәндәр отрядтары ағзалары Ленинград өлкәһенең Киров районында ике аҙна ҡаҙыныу эштәре башҡарасаҡ.

Фото №1 - Хәтер вахтаһы

Төп маҡсат - Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ҡәберлектәрен табып, уларҙы тыуған яҡтарында хөрмәтләп ерләү.

“Мин Дәүләкәндең 3-сө һанлы интернатынан. Синыфтан дүрт кеше һәм бер етәксе барабыҙ. Урманда палатка эсендә йәшәйәсәкбеҙ. Бындай эш миңә ныҡ оҡшай”.

Линар Кәлимуллин, "Вауровец" патриотик клубы ағзаһы

Бөтә Рәсәй патриотик акцияһына туймазылар ҙа ҡушылды. Уҙған аҙнала 39 йәш эҙәрмән Волгоград өлкәһенә юлланғайны. Улар 112-се Башҡорт кавалер дивизияһының алыш урындары буйлап ҡаҙыныу эштәре алып барасаҡ. Әйткәндәй, йәштәр өсөн йыл дауамында ошондай мауыҡтырғыс экспедициялар уҙғарыу ҡаралған.

“Беҙҙең вахта бының менән генә тамамланмай. Йәәйгеһен Карелияға, Тверь өлкәһенә, Ҡырымға, Эльбрусҡа барасаҡбыҙ”.

Нияз Риянов, Нуриман районының "Хәтер" эҙәрмәндәр отряды командиры

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ