Унда ҡала мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Һөнәри белем биреүҙән тыш, уҡыу йортонда студенттарҙың ижади һәләтен асыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел колледждың “Ирәндек” фольклор ансамбле Өфөлә үткән республика “Халыҡ ынйылары” конкурсында өсөнсө урын яулаған.
Ғүмерлек күңелеңә ятҡан һөнәрҙе һайлау - һәр йәш кеше өсөн иң яуаплы мәл булһа, һөнәри белем биреү йорттарына иһә киләһе уҡыу йылына яңы абитуриенттар ҡабул итеү мөһим. Уҡыу йылы аҙағында үткәрелгән Асыҡ ишектәр көнө - иң ваҡытлы һәм кәрәкле сара, сөнки сығарылыш класы һәм эшсе һөнәрҙәр алырға теләгән йәштәр өсөн киләсәккә һөнәр һайлау бурысы тора. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжындағы бындай сарала ла мәктәп уҡыусылары колледж һәм педагогтар менән танышты, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны.
Асыҡ ишектәр көнөндә иретеп-йәбештереүсе, тегенсе, автомеханик, баҡсасы, бухгалтер иҫәбен алып барыусы һәм башҡа кәрәкле һөнәрҙәрҙең нескәлектәренә иғтибар йүнәлтелде. Ошо өлкәләр бөгөнгө йәштәр араһында ихтыяж менән файҙаланыла.
Колледж йыл һайын яңы уҡыу йылына 225 студент ҡабул итә. Бында шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәренең төрлө өлкәләге һәләттәрен дә үҫтереү мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, “Ирәндек” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүселәр яңыраҡ республика “Халыҡ ынйылары” конкурсында “Аулаҡ өй” тамашаһы менән өсөнсө урын яулап ҡайтты.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында бына шулай белем менән бер рәттән бер нисә һөнәр ҙә алып сығырға, һәләттәреңде лә үҫтерергә мөмкин.




