"Аллегро" бал бейеүҙәре ансамбленә халыҡ исеме биреүгә тәҡдим ителде. Cергей Лебедев етәкләгән ижади коллектив оҫталығын бөгөн жюри ағзалары алдында ла иҫбатланы. Һигеҙ йыл элек эшләй башлаған ансамбль башҡаларҙан инклюзив йүнәлештә эшләүе менән айырыла, йәғни бында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, һау-сәләмәт кешеләр ҙә шөғөлләнә. Насар күреү бейергә ярамай тигәнде аңлатмай, ти коллектив ағзалары.
Тәү ҡарашҡа бейеүселәр башҡа ансамблдәрҙәгенән бер яғы менән дә айырылмай. Эйе, йәштәре төрлөсә, буй-һындары ла беҙ өйрәнгән ҡалыптарға тура килмәйҙер. Әммә хәрәкәттәр килешле, ә бейеүселәр дәртле көйҙәргә тура килтереп баҫа, йә талғын моңдарҙа бәүелә. Сәхнәлә тамаша түгел, тормош. Һәм был тәбиғи, сөнки һуҡырҙар йәки насар күргәндәр бейеүҙе тик күңеле менән тоя. Улар залдағыларҙы күрмәй, эргәләгеләрен дә тойомлай ғына, шулай ҙа хәркәттәр ҙә яңылышмай, улар был мәлдә ошо бейеү эсендә йәшәй.
"Аллегро" бал бейеүҙәре ансамбле 8 йыл элек 8 кешенән генә башлана. Хәҙер унда төрлө йәштәге 80 бейеүсе шөғөлләнә. Ижади коллективтың төп үҙенсәлеге- бында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр һау-сәләмәт кешеләр менән бергә сығыш яһай.
Әлбиттә, бейеүҙе өйрәнеү еңел түгел, ҡайһы бер хәрәкәттәрҙе үҙгәртергә, ябайлаштырырға тура килә. Күреү һәләтенән мәхрүм ҡалғандарға бейеүҙәр ҡулдарынан тотоп, етәкләп тигәндәй өйрәтелә. Хәҙер ансамблгә кескәйҙәр ҙә йөрөй, улар Өфөнөң 28-се коррекция мәктәбе уҡыусылары.
Һәләтһеҙ балалар булмай, уларҙы бары тик күрә, аса белергә генә кәрәк. Ә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр хаҡында һүҙ барғанда тағы бер талап өҫтәлә, шарттар тыуҙырыу. Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда бөтә уңайлыҡтар бар, стеналарға брайль шрифты менән яҙмалар ҡуйылған, йүнәлеште күрһәтеүсе махсус линиялар һыҙылған.
Мәҙәниәт йортонда әйтеүҙәрендә инклюзив йүнәлеш йәмғиәтте мәрхәмәтлелеккә өйрәтә. Бында бер-береңә ихтирам, кеше ҡайғыһына битараф ҡалмау кеүек сифаттар тәрбиәләнә, ти ойоштороусылар.
Мәҙәниәт йортонда эшләгән 17 инклюзив коллективтың әле өсәүһе халыҡ исемен йөрөтә. Бөгөн "Аллегро" бал бейеүҙәре ансамбле лә ошо дәрәжәгә лайыҡ тип табылды. Юғары исем коллектив алдына оло бурыстар ҡуя, яуаплылыҡ өҫтәй, ти бейеүселәр.




