Кемеров ҡалаһындағы янғында һәләк булыусыларҙың туғандарына һәм зыян күреүселәргә ярҙам итеү маҡсатында баш ҡалала хәйриә концерты үтә. Иртәгә "Өфө уттары" сәхнәһендә Бүрәт республикаһынан Алексей Санжеев тренинг ойоштора.
Кеҫәһендә бер тин аҡсаһы булмаған егет Башҡортостанға 1 мең ярым урынлыҡ залды тултырыу маҡсатында килгән. Ул үҙенең 4 мең километр оҙонлоғондағы сәйәхәте тураһында һөйләп, файҙалы кәңәштәр бирәсәк. Йәш сәйәхәтсенең проекты республика сәнғәт вәкилдәрендә лә хуплау тапҡан. Атап әйткәндә, концертта "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө лә сығыш яһай. Ижади коллектив заманса эшкәртелгән халыҡ композияцияларын башҡарасаҡ. Хәйриә концертына билеттар ҡала кассаларында һатыла. Йыйылған аҡса Кемеров фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың туғандарына йүнәлтеләсәк.




