Өфөлә 27 апрель фонтандар миҙгеле асыласаҡ

Көндәрҙең йылыныуы менән фонтандар миҙгеле лә асыла. Әлеге ваҡытҡа ҡала үҙәк объекттарында урынлашҡан 19 фонтан ебәрелеүгә әҙерләнә. 1 май көнө рәсми рәүештә фонтандарҙы ебәреү күҙаллана. Әммә ҡайһы берҙәре алдараҡ та үҙ миҙгелен асасаҡ.

27 апрель көнө Салауат Юлаев исемендәге скверҙа фонтан ебәреләсәк, шулай уҡ Орджоникидзе ис. Һарай янында урынлашҡан фонтан да үҙ миҙгелен аса. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был фонтан музыка һәм яҡтылыҡ менән тәьмин ителгән. 28 апрелдән Мостай Кәрим исемендәге, «Моторостроитель» скверҙарында ла фонтандар ебәреләсәк.

1 майҙан иһә барлыҡ скверҙараҙ һәм парктарҙа урынлашҡан фонтандар үҙ миҙгелен асасаҡ.