Салауатты яҡлап

Шулай итеп шаяртамы һуң кеше? "Юлдаш " йыр-моң һәм мәғлүмәт радиоһының "Иртәнсәккәй тороп" тапшырыуы алып барыусыларының Руслан Белыйға яуап йыры интернет киңлектәрен яулай.

Фото №1 - Салауатты яҡлап

Уҙған йома "Юлдаш" тулҡындарында яңғыраған йырҙың видеояҙмаһын "Бәйләнештә" селтәрендә 65 мең 894 кеше ҡараған

Кәмитсенең Өфөләге сығышы ваҡытында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевты "бандит"тип атауы Башҡортостан халҡында нәфрәт тыуҙырҙы. Быға бәйле, Бөтә донъя башҡорттары Рәсәй прокуратураһына мөрәжәғәт әҙерләне һәм халыҡтан ҡултамғалар йыйҙы.

Үткән шәмбе ТНТ каналы кәмитсе Руслан Белыйҙың һүҙҙәре өсөн башҡорт халҡынан ғәфү үтенергә тейеш булһа ла, улар үҙ һүҙендә торманы. Башҡортостандан барған башҡорт егеттәре менән әңгәмәләшергә шоумендың концерт директоры ғына ҡыйыулыҡ тапты. БСТ каналының "Яңылыҡтар" хеҙмәте ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ