Сәсеү эштәре башланды

Шәмбе дауылына ҡарамаҫтан, Мәләүез районының "Старт" крәҫтиән-фермер хужалығы Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеү эштәренә тотонған. Республиканың ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хужалыҡ 60 гектар ерҙә арпа сәскән дә инде.

Яҙ һуң килде, пландан артта ҡалабыҙ. Шуға ҡарамаҫтан мөмкинлек тыуыу менән эшкә тотондоҡ, ти хужалыҡ етәксеһе Илдус Шәрипов. Хужалыҡ барлығы мең гектар ерҙә ҡуҙаҡлы культуралар сәсергә иҫәп тота.

Дөйөм алғанда, республикала быйыл 1 миллион 353 мең гектарҙы ярауай, 48 мең 700 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө һәм 216 мең 200 гектарҙы көнбағыш биләйәсәк.