Май байрамдарында республиканың күп функциялы үҙәге ниндәй эш графигы менән хеҙмәтләндереүе билдәле булды. Булған офистар ҙа бер үк режимда эшләйәсәк.
Шулай итеп, республиканың барлыҡ күп функциялы үҙәктәре өсөн 30 апрель, 1, 2 һәм 9 май- ял көндәре. Бары тик Менделеев урамы, 205а адресы буйынса урынлашҡан үҙәк офис ғына 30 апрель һәм 2 май көндәре халыҡты хеҙмәтләндерәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡын был аҙнала алты көнлөк эш аҙнаһы көтә, ә инде киләһе аҙнала, 29 апрелдән 2 майға тиклем, дүрт көн ял була. Бөйөк Еңеү байрамы шаршамбыға тура килә һәм ял көнө тип 9 май һанала.




