Хеҙмәт хаҡынан елдәр иҫкән...

Ишембай машиналар төҙөү заводының банкротлыкҡа тарыуынан 400-ҙән ашыу хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ тороп ҡала. Бынан тыш, предприятие етәкселеге биргән вәғәҙәләргә ышанып айҙар буйы эшләүселәр ҙә була. Бурыс ике йөҙ миллион һумдан ашҡан. Һәр ҡайһыһы түләнмәгән иҫәп, кредиттар менән йәшәй. Һуңғы өмөттән һәм ғәҙеллек талап итеүҙән ишембайҙар Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнешкә сыҡты.

Фото №1 - Хеҙмәт хаҡынан елдәр иҫкән...

Завод эшселәре ҡабат эшкә барыр ине тик йоҙаҡ ҡына үткәрмәй. Инде өсөнсө йыл. Һәр береһенең хеҙмәт стажы ун йылдан да кәм түгел. Гөлсирә Фәйзуллина ғына мәҫәлән, 30 йылдан ашыу ғүмерен Ишембай машиналар төҙөү заводына арнаған. Ошо көнгә тиклем предприятие ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтмәһен, хеҙмәт хаҡын түләүҙә тотҡарлыҡ булғаны юҡ, тип хәтерләй ханым.

“Һәр кемдең хеҙмәт стажы 20-30 йыл булды. Ошо иптәштәремде йәл. Беҙҙең берҙән-бер үтенесебеҙ: кешенең тир түгеп эшләгән аҡсаһын түләһендәр”.

Гөлсирә Фәйзуллина, Ишембай машиналар төҙөү заводының элекке мастеры

Хеҙмәт хаҡын ала алмаған хеҙмәткәрҙәр һаны берәү-икәү генә түгел, ә 500-ләп самаһы. Йыл буйы эшләгән аҡсаһын ала алмай баҡыйлыҡҡа күскәндәр ҙә бар.

“Үлеп киткән кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, минең ирем. Завод ябылды, ә уны дауаханаға ебәрмәнеләр. Ике айҙан һуң вафат булды”.

Сажиҙә ғәлләметдинова, Ишембай машиналар төҙөү заводының йыйыу, иретеп-йәбештереү цехының элекке етәксеһе

Ишембай машиналар төҙөү заводы эшкәмәрлеге туҡталыуға өс йыл тирәһе ваҡыт үткән. Эшселәр хеҙмәт хаҡын түләүҙе талап итеп ниндәй генә тупһаларҙы тапамаһын, күпме генә предприятиеға килеп урамаһын, әлегеләй ишек бикле булған кеүек мөрәжәғәттәр ҙә асыҡ ҡала.

Әйткәндәй, Ишембай машиналар төҙөү заводынан 200 метр алыҫлыҡта заманында гөрләп торған тағы бер завод булған. Ул да бер ҡулдан икенсеһенә күсеп, тора-бара банкротлыҡҡа төшә. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ, ете айлыҡ хеҙмәт хаҡын ала алмай тороп ҡала.

“Заводҡа 1973 йылда килдем. Бында 61 йәшкә тиклем токарь булып эшләнем. Ни өсөн был Шавалиев өсөн берәй закон юҡ ул? Ул килгәндә, бына, үҙебеҙҙең кеше, аҡса түләр, тип уйланыҡ. 7 айҙың эш хаҡын түләмәй ҡалды. Пенсиям ҙур булһа былайтып йөрөмәҫ тә инем. Бөтә ирҙәр ҙә токарь була алмай, ә мин бына 43 йыл эшләнем”.

Мәрйәм Ҡаҙаҡҡолова, хеҙмәт ветераны
Башбат

Бер быуатлыҡ тарихы булған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡорал етештергән, илдә иң яҡшыһы һаналған предприятие бөгөн бөлгөнлөк хәлендә. Ишембай заводының элекке етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәшит Таһиров әйтеүенсә, предприятиеның бөгөнгө хәле милек хужаһына барып тоташа. Иван Лиҙың миллиард һумлыҡ кредит алып, Ишембай менән бергә Ҡонғор машиналар эшләү заводын да залогҡа һала. Иҫәпләшә алмағас, Рәсәйҙең ике ҙур предприятиеһының эше туҡтатыла.

“Ике йыл буйына төрлө һатып алыусылар килде. Әммә бөтәһе лә төрлө сәбәптәр арҡаһына бынан баш тартты. Хәҙер заводты һатып алыуҙа ҡыҙыҡһынған 4 компания бар. Өмөттәребеҙ аҡланыр һәм эш хаҡы түләнер”.

Рәшит Таһиров, Ишембай машиналар төҙөү заводының элекке етәксеһе вазифаһын башҡарыусы

Өмөтһөҙ шайтан ғына. Күп булмаһа ай тирәһе ваҡыт үтер тип ышандырҙы завод етәкселеге. Әле һөйләшеүҙәр алып барыла. Яҡын киләсәктә объекттың ҡабаттан йәнләнеүе көтөлә. Буяуы уңып "Уңышлы хеҙмәт көнө" тигән банерҙағы яҙыуҙың да яңы төҫ алырына өмөт бар.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ