Башҡортостанда Татарстан башҡорттары мәҙәниәт көндәре бара. Бөгөн күрше республикала йәшәүсе милләттәштәребеҙ "Татарстан башҡорттары - тарих һәм заман" темаһына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һөйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. Шулай уҡ делегация вәкилдәре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында ҙур концерт программаһын да ойошторҙо.
Татарстан башҡорттарын Илеш районында хөрмәтләп ҡаршы алдылар. Ҡурай моңдары, дәртле бейеүҙәр - төбәктең үҙешмәкәр коллективтары үҙҙәренең сығыштары менән күрше республикала йәшәүсе милләттәштәргә рух күтәренкелеге өҫтәне. Ҡазанда, Яр Саллыла һәм Түбәнге Камала уңышлы эшләп килгән башҡорт милли-мәҙәни автономиялары вәкилдәре артабан Өфөгә юл тотто. Башҡортостандың Милли музейында ойошторолған ғилми-ғәмәли конференцияла сығыш яһанылар. Фекер алышыу "Башҡорттар Татарстанда - тарих һәм заман" тигән темаға арналды. Әйткәндәй, ут күршеләребеҙ үҙ сығышында ҡыуаныслы яңылыҡ ишеттерҙе - Аҙнаҡай районында "Ҡурай" йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килгән. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы урындағы башланғысты ҡеүәтләп сығыш яһаны.
Башҡортостанға килгән милләттәштәребеҙ араһында мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә эшләүселәр бар. Саба районынан Рәхимә Вәлиуллина ун икенсе йыл башҡорт телендә "Ирәндек" радиотапшырыуын алып бара. Ул Татарстан халҡын аҙнаһына бер тапҡыр башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштыра.
Ут күршеләребеҙ Өфө тамашасыһын ҙур концерт программаһы менән дә ҡыуандырҙы. Яр Саллынан "Гөлнәзирә" халыҡ фольклор ансамбле "Килен төшөрөү" йолаһын күрһәтте. Әйткәндәй, былтыр коллектив сирек быуат эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаған.
Татарстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барғандары өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. "Ике республика араһында дуҫлыҡ мәңгелек,"- тине улар үҙ сығышында. Аралар ҙа быға ҡаршылыҡ түгел.
Бындай мәҙәни осрашыуҙар Башҡортостанда йыл да ойошторолоп тора. Күләмле проектта Силәбе, Һамар, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашып өлгөргән. Иң мөһиме тап ошондай саралар төбәктәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығыта, берҙәмлеккә әйҙәй.




