Рәсәйҙә водитель таныҡлығына имтихан биреү ҡағиҙәләрен үҙгәртеү күҙаллана

Водитель таныҡлығына имтихан тапшырған ваҡытта, буласаҡ автоһәүәҫкәр имтиханды ике өлөштө- майҙансыҡта һәм ҡала эсендә тапшыра. Ә киләсәктә был һынауҙарҙы дөйөм бер имтихан итеп үҙгәртергә уйлайҙар.

Яңы үҙгәрештәр Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығында тикшерелә, йыл дауамында был мәсьәлә хәл ителәсәк.

Бөгөн илдә автомәктәп уҡыусыларының һигеҙ проценты ғына водитель таныҡлығына имтиханды тәү тапҡырҙан тапшыра.

Рәсәйҙең баш автоиспекторы Михаил Черников белдереүенсә, ике һынауҙы бер дөйөм имтиханға берләштереү- ҡабатлауҙы булдырмауға мөмкинлек бирә.

Билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йылда тәжрибәһе булмаған водителдәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары ун биш процентҡа кәмегән. Күрәһең, был имтихандың алдағы йылдарҙа үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһелер.