Башҡалала суд приставтары «Бурыстарыңды бел» акцияһында ҡатнаша

25 апрель суд приставтары тарафынан Бөтә Рәсәй акцияһы ойоштора.

Был көндә суд приставтары бурыстарың хаҡында мәғлүмәтте нисек алырға, шулай уҡ Федераль суд приставтары хеҙмәте сервисы һәм мобиль ҡушымта аша нисек түләргә мөмкин булыуы хаҡында аңлатма эшен алып барасаҡтар. Акция сиктәрендә республиканың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм суд приставтары тарафынан «Юл приставы» рейды ла ойоштороласаҡ.

Билдәләп үтергә кәрәк, суд приставтары банк иҫәбенә арест һалырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ бурыслыларға илдән сығыу тыйыла.