Өфөлә автомобилде ҡыуып алып китеүе һәм ришәүәт алғаны өсөн юл инспекторына хөкөм ҡарары сығарылды

34 йәшлек элекке полиция хеҙмәткәре ришәүәт алыуҙа һәм машинаны ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнә. Уға ҡарата хөкөм ҡарары сығарыла.

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, уҙған йылда ғәйепләнеүсә юл ҡағиҙәһен боҙғаны өсөн «Geely» автомобилен туҡтата. Инспектор яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн водителдән 2 000 һум күләмендә аҡса һорай. Ришәүәт биргән мәлде яҡында торған ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре теркәп ала. Уларҙың яҡынлашып килеүен күргән юл инспекторы ҡасырға теләй. Ҡорал менән янап, «Chevrolet NIVA» автомобиле водителенә ҡуҙғалырға ҡуша.

Был ваҡиғанан һуң хеҙмәткәр эштән бушатыла. Суд ғәйепләнеүсене биш йылға шартлы рәүештә хөкөм итә.