Өфө мәктәптәрендә макулатура йыйыу буйынса акция уҙа

Йыл һайын мәктәптәрҙә яҙғы һәм көҙгө миҙгелдәрҙә «Ҡағыҙ бумы» акцияһы ойошторола. Макулатураны йыйыу буйынса сараны «Таҙа ҡала» компанияһы ойоштора.

Фото №1 - Өфө мәктәптәрендә макулатура йыйыу буйынса акция уҙа

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара тәбиғәт ресурстарын икенсел эшкәртеүгә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Ағымдағы йылда 46-сы лицей уҡыусылары һәм коллективы 27 450 кг макулатура йыйыуға өлгәшә. Ата-әсәләр, балалар һәм уҡытыусылар ташландыҡ ҡағыҙҙар, гәзит- журналдар алып килә.

Кәрәкмәгән ҡағыҙҙар, сүп-сар булып, тәбиғәтте бысрата. Тап шуның өсөн уларҙы икенсел эшкәртеүгә оҙатыр кәрәк.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ