Өфөлә йәшәүсе 46 йәшлек ҡатын ире менән мутлашыусылар ҡорбанына әүерелә. Ғаиләне Интернет селтәрендә ҙур майҙанлы ер участкаһының һатылыуы хаҡындағы иғлан йәлеп итә.
Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡырмыҫҡалы районында ике ер участкаһы һатыла. Уларҙың хаҡы 710 мең һум тәшкил итә. Риэлтор менән шылтыратып һөйләшкәс, улар осрашыу тураһында һөйләшә һәм ер участкаһын барып ҡарайҙар. Тиҙҙән килешеү төҙөлә һәм зыян күреүселәр бер ер биләмәһе өсөн 355 мең һум аҡса түләй. Һуңынан асыҡланыуынса, улар мутлашыусылар менән эш иткән була.
Тиҙҙән полиция хеҙмәткәрҙәре 55 йәшлек ирҙе ҡулға ала. Асыҡланыуынса, был ир бер нисә тапҡыр кешеләрҙе алдаған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.




