Башҡалала йыл башынан 200-гә яҡын законһыҙ урынлаштырылған гараждарҙы һүткәндәр

Металл бокстарҙы һүтеү буйынса эш дауам итә. Гараждар йә штрафстоянкаға оҙатыла, йә хужалары тарафынан алына.

Фото №1 - Башҡалала йыл башынан 200-гә яҡын законһыҙ урынлаштырылған гараждарҙы һүткәндәр

Өфө ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, гараждарҙың күбеһе ташландыҡ һәм улар ҡулланылмай. Башлыса, хужалары гаражда иҫке әйберҙәрен һаҡлау өсөн ҡуллана. Йыш ҡына тимер ҡумталар металл ҡабул итеү йәки спиртлы эсемлектәр һатыу урынына әүерелә. Уҙған тәүлектә Зорге һәм Парк урамдарынан гараждар сығарыла.

Йыл башынан алып 69 гараж штрафлы туҡталҡаға оҙаталар. Билдәләп үтер кәрәк, гараж хужаларына уларҙы һүтеү тураһында алдан иҫкәрмә яһала. Был йүнәлештә артабан да эштәр дауам ителәсәк.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ